Башҡортостанда балалар поликлиникаларын ҡорамалдар менән өҫтәмә йыһазландырыуға яҡынса 400 миллион һум аҡса бүленә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 292 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 108 миллион һум аҡса бүленә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара тәүге медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға тейеш. «Аҡса медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, балаларға амбулатор, стационар шарттарҙа уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
Балалар поликлиникаларына 400 миллион һум
Тулыраҡ: Балалар поликлиникаларына 400 миллион һум