Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса

Тулыраҡ: Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса

Улар баш ҡалалағы билдәле биналарҙың макеттарын төҙөй. Һуҡырҙар уларға ҡағылып таныша, экскурсия ҡыла ала. Студенттар проектты артабан үҫтереүгә 200 мең һумлыҡ грант та алған. Тағы ла ПВХ, пластик, биналарҙың макеттарын эшләүҙә төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың барыһы ла тиерлек файҙаланыла. Үҙенсәлекле шөғөлдән тыуған ижад емештәренән студенттар хәҙер һуҡырҙар өсөн күргәҙмәләр ҙә ойоштора.Күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр был эштәр аша Өфө буйлап сәйәхәт ҡыла, билдәле архитектур ҡомартҡыларға ҡағылып таныша ала. Киләсәктә проект авторҙары 3Д макетты аудиогид менән йыһазландырырға ниәтләй. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының башланғысы И-Волга форумында жюри ағзаларын да хайран ҡалдырҙы. “Өфөгә ҡағылыу” проекты 200 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Был аҡсаға авторҙар насар күргәндәр өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһын асырға ниәтләй. Ә барыһы ла диплом эшенән башланып китте, ти башланғыс авторы Әлиә Исламғолова.Күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ҡағылып танышыу макеттарын 3Д принтерҙа ла баҫтырып булыр ине, әммә ул күпкә ҡиммәткә төшә. Студенттар осһоҙло алмашты үҙҙәре эҙләп таба.БДПУ студенттарының проекты менән әле башҡа ҡалаларҙа ла ҡыҙыҡһыныусылар бар. Бәлки киләсәктә тап уларҙың башланғысы күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәргә донъяны ысынбарлыҡҡа яҡын итеп таныу мөмкинлеген асырға ярҙам итер.