Рәсәйҙә Мәккә һәм Мәҙинәгә хажға барырға теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы

Тулыраҡ: Рәсәйҙә Мәккә һәм Мәҙинәгә хажға барырға теләүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы

Быйыл Сәғуд Ғәрәбстанына ғибәҙәт ҡылыу ваҡыты сентябрь айына тура килә, Ҡорбан байрам – 24 сентябрҙә билдәләнә. Изге урындарға хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө ай башында уҡ сәйәхәткә юлланасаҡ. Хаж-миссияһының федераль сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда быйыл 16400 кешегә дөйөм Рәсәй квотаһы бирелә. Сәйәхәтселәрҙе махсус аккредитация алған 8 туроператор юлға оҙатасаҡ. Йәнә шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сәғүд Ғәрәбстанына барыу өсөн электрон чип ҡуйылған яңы паспорт талап ителә, бынан тыш, хаж ҡылыусының менингококк инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыуы тураһында сертификаты булырға тейеш.