Ҡытай Халыҡ Республикаһы туроператорҙары август айында Өфө ҡалаһы, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Салауат, Учалы райондары буйлап бер аҙналыҡ танышыу сәйәхәтенә саҡырылған. Республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты был реклама турын Башҡортостанды туризм өсөн хуп күрелгән төбәк булараҡ танытыу маҡсатында ойоштора. Бер үк ваҡытта Өфө менән Пекин араһында тура авиабәйләнеш булдырыу тураһында ла һөйләшеүҙәр алып барыла. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡытай республикаһы транспорт министры Ян Чуаньтан май айында үткән осрашыуҙа ошо мәсьәлә буйынса фекер алышты.
Башҡортостан Республикаһы төбәккә Ҡытай туристары иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй
Тулыраҡ: Башҡортостан Республикаһы төбәккә Ҡытай туристары иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй