Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм Радио Компанияһы Өфөлә үтәсәк саммиттарҙы яҡтыртыусы төп телекомпания булараҡ билдәләнгән. Ошо көндәрҙә башҡалаға телеканалдың баш операторҙары килде. Белгестәрҙең маҡсаты – халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиғалар үткәреүгә тәғәйенләнгән майҙандар менән урында танышыу һәм трансляция өсөн уңайлы нөктәләрҙе билдәләү. ВГТРК операторҙары шулай уҡ Өфө менән таныштырыусы ролик эшләү ниәте менән башҡаланың иҫтәлекле урындарын, билдәле объекттарҙы видеоға яҙҙыртып алды. Саммиттар алдынан һәм ул үткән көндәрҙә ошо видеояҙма федераль канал эфирына сығасаҡ.
Өфөгә Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы операторҙары килде
Тулыраҡ: Өфөгә Бөтә Рәсәй Дәүләт Телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы операторҙары килде