Проект менән Рәсәй төбәктәре лә ҡыҙыҡһына. Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған Президиум ултырышында программа 2030-сы йылға тиклем дауам итәсәк, тип билдәләнде. Уға ярашлы, документтың эшмәкәрлек итеү даирәләре киңәйә һәм проект 10 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни, халыҡтың күберәк проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге тыуа. Был маҡсатта төбәк ҡаҙнаһынан алдағы йылдарҙа 6 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Проект буйынса ике йыл эсендә республикала юлдар йүнәтелде, ауылдар эсәр һыу менән тәьмин ителде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, урамдар яҡтыртылды, техника алынды. Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы һәм бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн өҫтәй. Президиум ултырышында күп ҡатлы йортта һәм фатирҙарҙа газ ҡулланыу тәртибенең өҫтәмә йыллыҡ саралар планы раҫланды. Шулай уҡ хөкүмәт ағзалары Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау һәм Урал аръяғында ҡаҙылма байлыҡтар табыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алышты.