«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме арта

Тулыраҡ: «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме арта

2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме 17 мең 241 һумға етәсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Республикала әле 46 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Шуларҙан 7 мең 700-е «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Был награда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы кеүек үк 20 йылдан кәм булмаған хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ветераны исемен алырға хоҡуҡ бирә. Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылғайны.