Өфөнөң Совет районындағы тарихи йорттарҙың береһендә йәшәгән кешеләр кис һайын ҡурҡыу тойғоһон баҫып йоҡларға ята. 111 йәшлек өй ҡыйығынан нигеҙенә тиклем серек. Әммә “емерек хәлдә” тигән дәрәжәһе элек булған, хәҙер юҡ. Лазовский урамындағы беренсе йорт 1907 йылда төҙөлгән. Тик бында йәшәгән кешеләрҙе тарихи йорттоң иҫтәлекле датаһы һөйөндөрмәй. Улар 21-се быуат көнкүреше уңайлыҡтарын һәм иң мөһиме — ғүмер именлеген — өҫтөнөрәк күрә. Ишек яртылаш асыла, иҙән, диуар, түбә ярыҡтары иҫәпһеҙ. Дүрт фатирлы ике ҡатлы йортта йәмғеһе өс тиҫтәгә яҡын кеше йәшәй. Татьяна Арыҫланова ай һайын тиерлек һылап-һыйпап тороуға мохтаж бүлмәләре менән таныштыра. Ыуалып торған нигеҙ ташы, сатнаған тәҙрә быялаһы, асылмаған ишек – ярты бәлә. Өс көн элек фатирҙарҙың береһендә түшәм емерелеп төшкән. Туҙан-таш туп-тура балалар дәрес әҙерләгән өҫтәлгә ҡойолған. Һөйөнөскә, ҡыҙҙар был мәлдә бүлмәнең икенсе мөйөшөндә булған. Ҡыҙҙарҙың әсәһе Ольга Иғдисамова был йортта иң оҙаҡ йәшәгән фатир хужаһы. Үҙе генә түгел, бында уның атаһы, хатта олатаһы тыуған. 1986 йылда торлаҡ булараҡ танырға ярамай, тигән ҡарар сығарылған йортҡа туҡһанынсы йылда газ яғыулығы үткәреүгә өлгәшкәндәре өсөн рәхмәт уларға, ти Ольга Юрьевна. Зилә Дәүләтова иһә балалары һәм ейәндәре менән икенсе ҡаттағы фатирҙа йәшәй. Ишек-тәҙрәләрҙе яңыртҡан, емерек диуарҙарҙы ҡаплаған. Иҙәнгә балаҫ түшәгән. Тик ҡыйыҡтан һыу аға. Тағы ла бер уңайһыҙлыҡ – газ мейесе ике фатирға берәү, беренсе ҡатта йылыраҡ булһын тип ялҡынды күбәйтһәләр, икенсе ҡатта һыу ҡайнай, ти Зилә ханым. Фатир хужалары зарын тасуирлап торлаҡ хеҙмәтләндереүсе ойошмалар баҫҡысынан иң үргә, Президент Путиндың Мәскәүҙәге ҡабул итеү бүлмәһенә тиклем еткән. Яҙма яуаптар бер нисә папкала һаҡлана. Торлаҡ файҙаланыу участкаһы, торлаҡ файҙаланыуҙы күҙәтеү инспекцияһы вәкилдәренең фекере уртаҡ. Йорт иҫкергән. Күҙәтеүсе ойошма менән Ведомство-ара комиссияның махсус баһалау ойошмаһы йомғаҡтарынан сығып ҡабул ителгән ҡарары бар – өй сикле шартта йәшәргә яраҡлы. Идара итеүсе ойошма ошо һығымтанан сығып үҙ ҡарарын ҡабул итә. Әйткәндәй, фатир эсендәге түшәмде йүнәтеү косметик ремонт та, капиталь төҙөкләндереү бурысы ла түгел. Закон бындай емерелеү эҙемтәләрен бөтөрөүҙе милек хужаһының үҙенә йөкмәтә.
Уралдағы ер тетрәүе сәбәпсе түгел
Тулыраҡ: Уралдағы ер тетрәүе сәбәпсе түгел