Ни өсөн Сибайҙа Ветерандар урамында ашығыс ярҙам машиналары йөрөй алмай?

Тулыраҡ: Ни өсөн Сибайҙа Ветерандар урамында ашығыс ярҙам машиналары йөрөй алмай?

Сибайҙа Ветерандар урамындағы 9-сы йорт эргәһендә ашығыс ярҙам машинаһы юлға һибелгән ваҡ ташҡа батҡан. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Ветерандар урамындағы туғыҙынсы йорт ихатаһына ваҡ таш ташығандар. Машиналар көн һайын батып ултыра, тәгәрмәс аҫтынан ваҡ таштар ике метрға осоп китә.Ҡала хакимиәте ихатаға ошо көндәрҙә асфальт түшәләсәк, тип вәғәҙәләй.