Республика башлығы Вьетнам делегацияһы менән осрашты

Тулыраҡ: Республика башлығы Вьетнам делегацияһы менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Вьетнам Социалистик Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһынан килгән делегация менән осрашты. Вьетнам менән Башҡортостан араһындағы төрлө йүнәлештәрҙә барған хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән үтә был осрашыу. 2015 йылда ике республика араһында иң юғары тауар әйләнеше теркәлгән. 2018 йылдың ғинуарына ҡарата төбәктә Вьетнамдан биш предприятие эшләй. Хеҙмәттәшлек гуманитар йүнәлештә лә алып барыла. Республиканың юғары уҡыу йорттарында быйылғы уҡыу йылында 115 Вьетнам гражданы белем ала. Өфө нефть-техник университеты был республиканан тағы ла 100-ләп студентты өҫтәлмә ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. Инвестициялар йәлеп итеү программаһында ла Вьетнам компанияларының өлөшө бар. 2020 йылға тиклем республикала һөтсөлөктө үҫтереү комплекслы программаһында ҡатнаша төбәк. 2017 йылда “Башҡорт-Вьетнам дуҫлығы” консорциумы төҙөлдө. Рөстәм Зәки улы Бария-Вунгтау провинцияһының Халыҡ советы рәйесе Линь әфәндене мәҙәниәт, туризм һәм ауыл-хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Хеҙмәттәшлек нефть-химия, транспорт, машиналар эшләү сәнәғәтен дә үҙ эсенә аласаҡ. Иртәгә Вьетнам делегацияһы ҙур күргәҙмә ойоштороп, тағы ла башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тәҡдим итергә ниәтләй.