Ни өсөн аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған?

Тулыраҡ: Ни өсөн аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған?

Башҡортостандың социаль учреждениялары аутсорсингҡа күсә. Тик ул ҡайһы бер ойошмаларҙа тулы кимәлдә эшләп китә алмай. Салауат районының Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктендә аутсорсинг ата-әсәләр араһында хуплау тапмаған. Салауат районының Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ата-әсәләр комитеты яңы уҡыу йылы башланыу менән яңы проблемаға юлыға. Салауат районы мәғәриф учреждениялары яңы уҡыу йылынан аутсорсинг системаһына күсә. Йәғни, мәктәп-балалар баҡсалары ашханаларын махсус компания хеҙмәтләндерә. Тик ата-әсәләр ризыҡтың сифатына зарлана.Уҡыусылар үҙҙәре иһә ашханалағы аҙыҡты ашап бөтмәй. Ҡайһы берәүҙәре өйҙән килтереп ашарға мәжбүр. Ашханалығы аҙыҡты көндә тикшерер өсөн ата-әсәләр комитеты хатта махсус комиссия төҙөгән. Мәктәп етәкселеге иһә, был ни бары пилот проекты ғына, ти. Уҡыу йылы башында теркәлгән мәсьәләләр тулыһынса хәл ителәгән. Ә аҙыҡ сифаты сентябрь айы аҙағына тиклем яҡшырасаҡ, ти ышандыра мәктәп директоры. Салауат районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, октябрь айында аутсорсинг компаниялары араһында конкурс ойоштороласаҡ. Һәм еңеүсе компания Салауат районында мәғәриф учреждениеларын тулы кимәлдә хеҙмәтләндерә башлаясаҡ. Арҡауыл ауылы мәктәбе ашханаһын хеҙмәтләндереүсе компания вәкилдәре билдәләүенсә, унда килеп тыуған хәл ваҡытлыса ғына. Сентябрь аҙағына тиклем был тулыһынса хәл ителәсәк. Ә килтерелгән аҙыҡ сифаты өсөн борсолорға урын юҡ- ул махсус тикшереүҙәр үтә. Республика башлығы һүҙҙәренсә, социаль өлкәлә аутсорсинг индереүҙең ыңғай яҡтары бихисап. Ойошмаларҙы уларға хас булмаған функцияларҙан азат итеү, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу уның төп маҡсаты. Әммә был өлкәлә конкуренцияның булмауы аутсорсингка тулыһынса күсеүҙе ҡатмарлаштыра. Төбәк етәксеһе менән ошо йәһәттән эште яйға һалыу өсөн мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкә учреждениеларына өҫтәмә рәүештә 1,3 миллиард һум бүлеү тураһында килешелгән.