Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ике аҙна эсендә Рәсәй һауа һөжүменән һаҡланыу өсөн Сүриәгә С-300 ракеталарын бирәсәк. Рәсәй самолеты һәләкәткә осрағандан һуң ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Бынан тыш, беҙҙең ил Сүриә биләмәһен утҡа тотоусы самолеттарҙың радар һәм элемтә сигналдарын да юҡ итәсәк.

Ҡырым башлығы Сергей Аксенов Украинанан ике кораблдең Азов диңгеҙенә инеүенә үҙ аңлатмаһын бирҙе. Ҡырым күпере кеүек мөһәббәт архитектур ҡоролма янында, заманса Рәсәй кораблдәре оҙатыуында Украина хәрби диңгеҙ флотының тутыҡҡан ике кәритәһе йөҙөп китә бара ине, тигән Ҡырым етәксеһе.

Американың Айова штатында тимер юл күперенең емерелеүен коптер төшөрөп алған. Тимер ҡоролма ҡом һәм май иейәгән поезды күтәрә алмаған. Фажиғәлә һәләк булыусылар юҡ.

Ирандың Ахваз ҡалаһында хәрби парад ваҡытында террор ғәмәлендә 24 кеше һәләк булған. Тиҫтәләгәне яраланған. Ике террорсы юҡ ителгән, икәүһе ҡулға алынған.