Онлайн хәбәрсе башҡорт телендә

Тулыраҡ: Онлайн хәбәрсе башҡорт телендә

Федераль каналда сыҡҡан “мобиль хәбәрсе” программаһы башҡорт телендә донъя күрәсәк. Беҙҙең телеканал халыҡ яңылыҡтарының өр-яңы версияһын әҙерләй. Программаның исем туйы был аҙнала Өфөлә үтәсәк 3-сө Бөтә Рәсәй “Мобиль хәбәрсе” премияһы сиктәрендә була. Баш ҡала был сараға нисек әҙерләнә. Өр-яңы студия, яңы алып барыусы һәм... /лайф/ “мобиль хәбәрсе” программаһы өсөн яңы мөхит. Иң халыҡсан тапшырыу хәҙер башҡортса һөйләй. “Онлайн хәбәрсе”нең алып барыусыһы Ғәзиз Лоҡманов, ә бына уның авторы булып һәр кем сығыш яһай ала.Тәбиғәт мөғжизәләре, юл-транспорт ваҡиғалары, йорт хайуандарының ҡыҙыҡтары, йә булмаһа күптән хәл ителмәгән проблема. Репортаж темалары төрлө, бер генә шарт – видеоны яҙҙырғанда телефонды горизонталь тоторға һәм яманы беҙгә ебәрергә. Башҡорт телендәге “Онлайн хәбәрсе” программаның рус телендәге версияһы кеүек үк тамашасылар һөйөүен яулар тип ышана журналистар. “Мобиль хәбәрсе” Рәсәй-24 Башҡортостан телеканалында ике йыл эфирға сыға. Ошо ваҡыт эсендә 205 тапшырыу яҙҙырылған, эфирға 1 мең ярым репортаж сыҡҡан. “Онлайн хәбәрсе” программаһын телевизор ҡараусылар был аҙнала уҡ күрә ала. Уны асыу тантанаһы Өфөлә 27 сентябрҙән 29-на тиклем Өфөлә үтәсәк “3-сө Бөтә Рәсәй “Мобиль хәбәрсе” премияһын тапшырыу тантанаһы сиктәрендә үтә. Сараға илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Белорусиянан билдәле журналистар йыйыласаҡ. Премияның төп геройҙары, әлбиттә халыҡ хәбәрселәре, уларҙы бай йөкмәткеле программа көтә. “Мобиль хәбәрсе” Бөтә Рәсәй премияһы ике йыл рәттән Калининградта үтте, был юлы тантана урыны тип Өфө һайланды. Иң яҡшы репортаж авторҙарына махсус статуэткалар әҙерләнгән, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың республиканың милли үҙенсәлеген танытырҙай бай мәҙәни программа әҙерләнә.