Силәбелә Юлаевсылар «Трактор»ҙы 0-гә 5 иҫәбенә ҡыйратты. Етмәһә, беҙҙең хоккейсылар тәүге ике шайбаны аҙсылыҡта инлерҙе. Икенсе осор аҙағында Александр Кадейкин уңышты нығытып ҡуйҙы. Өсөнсө осорҙа Тему Хартикайнен беҙҙең өҫтөнлөктө тағы ла арттырҙы. Уға Павел Коледов һәм Артем Федоров ярҙам итте. Бер аҙ һуңыраҡ Филип Ларсен һәм Максим Майоров дүртенсе шайбаны индерҙе. Уйын бөтөүгә бер минут ҡалғас Антон Бурдасов осрашыуға нөктә ҡуйҙы. «Салауат Юлаев» киләһе уйынын 26 сентябрҙә Минскиҙың «Динамо»һы менән уҙғара.
«Салауат Юлаев» командаһы күсмә серияһын еңеүҙән башланы
Тулыраҡ: «Салауат Юлаев» командаһы күсмә серияһын еңеүҙән башланы