Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Тулыраҡ: Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының өстән бер өлөшөн ҡаҙып алған. Татлы тамыр сәселгән бөтә хужалыҡтарҙа ла әле эш ҡайнай. Бынан тыш, шәкәр заводтары күпләп был культураны эшкәртә башланы. Радик Уйылданов 30 йылға яҡын ауыл хужалығында эшләй. Шуның яртыһын тиерлек ул шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға бағышлаған. Татлы тамыр ҡаҙыу комбайны операторы билдәләүенсә, хәҙерге техника тиҙ һәм сифатлы ҡаҙып алырға ярҙам итә. Хужалыҡ быйыл 590 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Һәм был күләмде йыл һайын 100 гектарға арттыра бара. Әле аграрийҙар татлы тамыр баҫыуҙарының 90 процентын тиерлек ҡаҙып алған. Ямғырҙар һирәк яуыуға ҡарамаҫтан бында яҡшы уңыш алалар. Был баҫыуҙа 76 гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Бөгөн хужалыҡ белгестәре дөйөм майҙандың яртыһын ҡаҙып бөтөргә йыйына. Гектәр ҡеүәте уртаса 400-450 центнер. Предприятие 7 мең тонна татлы тамырҙы эшкәртеүгә оҙатҡан. Әле баҫыуҙарҙа тағы ла 5-6 мең тонна ҡаҙылған продукция ята. Быйыл да хужалыҡ кәмендә 25-27 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө уңышы алырға иҫәп тота. Йәмғиәт шәкәр сөгөлдөрөн Раевка заводына оҙата. Эшкәртелгән продукцияны хужалыҡ үҙе һата һәм табыш ала. Әйткәндәй, татлы тамырҙы тейәү өсөн ярҙамға Әлшәйҙәр үҙ техникаһын ебәргән. Шишмә шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 42 процентында эштәр теүәлләнгән. Хужалыҡтар 82 мең тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алған. Шуның 50 мең тоннаһы баҫыуҙарҙан сығарылған һәм эшкәртеүгә оҙатылған. Республика буйынса 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда татлы тамыр ҡаҙып алынған. Был дөйөм майҙандарҙың 35 проценты тирәһе. Хужалыҡтар 290 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө сығарған. Был көндәрҙә ямғырҙар башлана һәм көндәр һалҡынайта, тип белдерә синоптиктар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы дауам итәсәк. Тик, бына бысраҡ баҫыуҙан юлға сығарыуҙа һәм ташыуҙа ҡатмарлыҡтар тыуасаҡ, тип борсола ауыл эшсәндәре.