Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тымыҡ океан флотының полигонында Рәсәйҙең Су-34 истребитель-бомбардировщиктары ракеталарға ҡаршы идара ителеүсе авиация ракеталарын осорҙо. Улар бер-нисә мең саҡырым алыҫлыҡтағы сәптәрҙе юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән.

Рәсәй ситл ил эштәре министры Сергей лавров Нью-Йоркта берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль ассамблеяһы ултырышы йомғаҡтары буйынса махсус белдереү яһаны.

Венгрия етәкселеге киң мәғлүмәт саралары аша Европа берлегенең шантажына бирешмәҫкә саҡырҙы. 12 сентябрь Европа парламенты Венгрияға ҡарата санкциялар индерергә ҡарар иткәйне. Рәсми Будапешт белдереүенсә, Европа парламенты ошондай аҙымға барып үҙ ҡағиҙәләрен боҙа һәм легаль булмаған миграцияға ҡарата Венгрияның ҡарашы өсөн үс алырға ниәтләй.

Бразилия биологы күбәләктең йоҡлаған ҡоштоң күҙенән сыҡҡан йәште эсеүен видеоға төшөрөп алған. Үҙенсәлекле кадрҙар Амазонка йылғаһы буйында төшөрөлгән.