Халыҡ хәбәрселәренә эфир киңлектәре асыҡ. “Рәсәй 1-Башҡортостан” телеканалында “Онлайн хәбәрсе” тапшырыуы эфирға сыҡты.
Федераль каналда донъя күргән “Мобиль репортер” программаһының башҡорт телендәге версияһы аҙна һайын “Хәйерле иртә, республика” тапшырыу сиктәрендә һәм “Башҡортостан 24” телеканалында донъя күрәсәк.
Ул тулыһынса тамашасылар ебәргән видеорепортаждарҙан тора. Һәр кем ҡулына камера алып һоҡландырғыс ваҡиғаларҙы, үҙенсәлекле тәбиғәт күренештәрен, хәл ителмәгән коммуналь башҡа проблемаларҙы башҡортса яҙҙырып ебәрә ала.