Өфөлә тирмәләр ни өсөн янған?

Тулыраҡ: Өфөлә тирмәләр ни өсөн янған?

Салауат Юлаев һәйкәле янында торған тирмәләрҙең яныуын урамдағы видеокамералар төшөрөп алған.

Ваҡиға буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәр еткерҙе. Утты һүндереүҙә 5 техника һәм 12 кеше ҡатнаша. Асыҡланыуынса, ике тирмә һәм өс киоск янып, көлгә әйләнгән. Янғын һүндереүселәр төнгө сәғәт бер тула тигәндә генә утты һүндерергә өлгәшә. Кешеләр араһында зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында белгестәр эшләй. Шаһиттар төшөрөп алған видеонан күренеүенсә, тирмәләр ныҡ яна, уттың таралауына көслө ел дә булышлыҡ итә.