"Мобиль репортер" берләштерә

Тулыраҡ: "Мобиль репортер" берләштерә

Өфөгә Рәсәй һәм сит ил журналистары йыйылды. Бында бөгөн "Йылдың иң яҡшы мобиль репортеры”н билдәләйҙәр.

Ә ҡунаҡтар республикаға кисә үк килеп, төбәк, урындағы халыҡ, милли колорит менән таныша башланы. Өҫтәүенә, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Был кешеләр бер ваҡытта ла тиерлек ҡулдарынан камераны төшөрмәй. Мобиль репортерҙар тирә-яғында булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла, хәл ителмәгән проблемаларҙы ла видеоға төшөрә. Әле инде улар яңы ҡала менән таныша. Халыҡ хәбәрселәрҙе Өфөгә “Йылдың иң яҡшы мобиль репотреры” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһына йыйылды.

Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиянан һуң, журналистар оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға телеүҙәккә килде. Федераль каналда донъя күргән “Мобиль репортер” программаһының башҡорт телендәге версияһы сыға башлауы ла ил кимәлендәге премияның Өфөлә үтеүенә бер сәбәпсе булды.

Делегацияның бер төркөмө төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Осрашыу урыны йәнә конгресс-холл. Был бинала ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндә төрлө ил вәкилдәре менән бер рәттән, шулай уҡ Беларусь республикаһының президенты ла булғайны. Был юлы Беларусь журналистары, атап әйткәндә "Друзья-Сябры/Дуҫтар-Сябры" проекты етәкселәре. Шулай уҡ, Рөстәм Зәки улы ике республика араһындағы ауыл хужалығы, нефть һәм химия тармаҡтарында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылғанын билдәләп үтте. Артабан да яңынан-яңы килешеүҙәр төҙөлөп, төбәк-ара бәйләнеш нығынһын ине тигән теләк тә уртаҡ ине.

Етди лә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙән тыш, ҡунаҡтар сәк-сәк менән башҡорт балынан да ауыҙ итте. Ә кисен инде халыҡ хәбәрселәре тулыһынса тиерлек милли мөхиткә сумды. Хатта башҡорт яугирҙарын һынландырған “төньяҡ амурҙары” менән аралашты. Боронғо башҡорттарҙың көнкүреш-кәрәк яраҡтары экспозицияһы янында фотоға төшөргә теләүселәр ҙә күп ине. лдең төрлө тарафтарынан һәм Беларусь республикаһынан килгән журналистар тәүге көндө башҡорт халҡының үҙенсәлеге менән танышты. Теләгән һәр кем милли кейемдәрҙе кейеп ҡарап, ашыу-һыуҙарҙы тәмләне.

Тәмләп кенә түгел, милли татлы ризыҡ сәк-сәкте эшләүҙә үҙҙәре ҡатнашты. Милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡарарға теләүселәр ҙә байтаҡ ине. Оҫталыҡ дәрестәре, йәнле аралашыу, халыҡ хәбәрселәренең һәм журналистарҙың бер-береһе менән яҡындан танышыу  — фестивалдең тәүге көнө ваҡиғаларға бай булды.

Әйтергә кәрәк, быға тиклем, “Йылдың иң яҡшы мобиль репортеры” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу Калининградтта үтһә, быйыл беренсе тапҡыр халыҡ хәбәрселәре Өфөлә йыйылды. Бөгөн инде уларҙың араһындағы иң яҡшыһының исемен беләсәкбеҙ.