Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында йәшәүсе 4 меңгә яҡын кеше бер нисә ай рәттән һыуһыҙ интегә

Тулыраҡ: Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында йәшәүсе 4 меңгә яҡын кеше бер нисә ай рәттән һыуһыҙ интегә

Улар әйтеүенсә, һыу бында тик байрамдарҙа ғына бирелә. Коммуналь хеҙмәт идаралығында насостарҙың иҫкереүенә һәм скважиналарҙың ҡыйланыуына зарланһалар, урындағы хакимиәт был хәлдең килеп сығыуында вайымһыҙ подрядсыларҙы ғәйепләй. Ә халыҡ һыуһыҙ йәшәргә мәжбүр.Һуңғы ваҡыт ауыл халҡы йыш ҡына урамда йыйыла. Килеп тыуған хәлгә иғтибар йәлеп итеү өсөн, сараһыҙҙан ауыл янындағы юлды ябыу һәм башҡа төрлө фекерҙәр тыуа.Коммуналь хеҙмәт идаралығы етәкселегенең яуабы бер : һыу менән тәьмин итеү системаһы иҫкергән. Красная Башкирия ауыл советы башлығының да яуабы күптән әҙер: 11 йыл элек үк башланған ремонт эштәрен подрядсылар һаман тамамлай алмай. Ауыл янынан бер йылға ла, шишмә лә аҡмай. Шулай уҡ сафта булған колонкалар ҙа юҡ. Урындағы хакимиәт был мәсьәләне хәл итеү өсөн һыу һатыу автоматын урынлаштырған. Ауыл халҡы унан һыуҙың 1 литрын 3 һумға һатып ала.