Йәрмәкәй районы Ялан-Шишмә ауылында йорт янған

Тулыраҡ: Йәрмәкәй районы Ялан-Шишмә ауылында йорт янған

Һөҙөмтәлә ике кеше һәләк булған. Янғын һүндереүҙә 8 берәмек махсус техника һәм 18 янғын һүндереүсе ҡатнашҡан. Шулай уҡ ауыл халҡы ла утты һүндереүҙә ярҙам иткән. Ярты сәғәт эсендә янғын тулыһынса һүндерелгән. Өй эсендә ир һәм ҡатын кәүҙәһе табылған. Йортҡа, шулай уҡ, ут һәм газ үткәрелмәүе билдәле. Янғын сығыу сәбәбе әле асыҡлана.