Ун йылға яҡын бер өҙлөкһөҙ эшләп килгән „Биш йондоҙ„ туристик фирмаһы халыҡты 16 млн һумға төп башына ултыртҡан. Ни өсөн бындай хәл килеп тыуған? 16 млн һумға халыҡты төп башына ултыртҡан туристик фирманың тоҙағына туғыҙынсы тиҫтәләрен ҡыуып барған Владимир һәм Вера Пацковтар ҙа эләгә. Ғүмер буйы эшләгән өлкәндәр, олғайған көндәрендә булһа ла, йылы яҡтарҙы барып күрергә хыяллана. Шуға, бер-нисә ай элек үк ташлама буйынса юллама алып ҡуйырға булалар. Быға тиклем биш йылдан ашыу халыҡты туристик путевкалар менән бер ниндәй өҙлөкһөҙ тәъмин иткән фирманың бөлгөнлөккә төшөрөүе халыҡты аптырауҙа ҡалдыра. Алданыусыларҙың был һүҙҙәрен телефонда һаҡланып ҡалған тауышлы хәбәр дәлилләй. Хәҙер иһә алданыусылар кемгә мөрәжәғәт итергә, юғалған аҡсаларҙы нисек ҡайтарып алырға ла белмәй. Билдәле булыуынса, компания хеҙмәткәрҙәре махсус схема буйынса эшләй: путевка өсөн аҡса туроператорҙарға түләнә, ә һуңынан броньдан алына. Ә ҡайтарылырға тейешле сумманы компания директоры үҙләштерә. Әлегә зыян күреүселәрҙең һаны 200-ҙән артҡан, әлбиттә теүәл һан билдәле түгел. Сөнки яңы ҡорбандарҙың һаны көндән-көн арта. .... Суд ҡарары тур фирма директорын ваҡытлыса ... йортонда һаҡ аҫтында ҡалдыралар.
Биш йондоҙ һүнеүҙә кем ғәйепле?
Тулыраҡ: Биш йондоҙ һүнеүҙә кем ғәйепле?