Рәсәй президенты 133 мең кешене хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Указда төбә башҡарма власть органдарына һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына Ҡораллы Көстәргә көҙгө саҡырылышҡа бәйле барлыҡ сараларҙы тәьмин итергә ҡушыла. Башҡортостандан был саҡырылышта 5 мең егет Ҡораллы көстәргә алынасаҡ.