Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияла ер тетрәү һәм цунами сәбәпле кәм тигәндә 832 кеше һәләк булған. Был хаҡта бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү буйынса милли агентлыҡ хәбәр итте. Рәсәй илселегенән белдереүҙәренсә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр араһында беҙҙең ил граждандары юҡ. Индонезияла 28 сентябрь ер тетрәгәйне. Ошо сәбәпле диңгеҙҙә 3 метрлыҡ тулҡындар барлыҡҡа килде.

Санкт-Петербургта Измайлов проспектында йылылыҡ торбаһы тишелеп шартлау сәбәпле ике кеше һәләк булған. Улар икеһе лә ҡайнар һыу баҫҡан кафела булған. Бер-нисә машина ер аҫтына төшөп киткән.

Каталонияла демонстрациялар ваҡытында автономия өлкәһенә бойондороҡһоҙлоҡ талап итеүселәр менән полиция араһында бәрәлештәрҙә йәрәхәтләнеүселәр бар. Барселонаның хоҡуҡ һаҡлау органдары 6 кешене ҡулға алған.

Америкала һаҡал һәм мыйыҡтар фестивале үткән. Быйыл уның программаһына йыр һәм бейеү конкурсы ла индерелгән. Конкурста ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашҡан.