Элекке өс министр һәм бер вице-премьер Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшләйәсәк

Тулыраҡ: Элекке өс министр һәм бер вице-премьер Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эшләйәсәк

Элекке өс министр һәм бер вице-премьер Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеттары менән етәкселек итәсәк. Бөгөн уларҙы республика башлығы ҡотланы. Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең элекке ағзаларына рәхмәт белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, финанстар министрлығының элекке етәксеһе Рида Собғанғолова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин эшмәкәрлеген Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа дауам итәсәк.