Йәш профессионалдар

Тулыраҡ: Йәш профессионалдар

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүселәрен, олимпиадалар призерҙарын, “Йәш профессионалдар” милли чемпионатының финалистарын тәбрикләнеләр. Был осрашыу "Башҡортостан өмөтө" форумы сиктәрендә үтә. Мәктәп уҡыусылары, студенттар менән мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һәм юғары белем биреү йорттары вәкилдәре әңгәмәләште. Өмөтлө йәштәр менән яҡындан танышып, киләсәккә бергә атлау республиканың ыңғай үҫешен билдәләй, тине мәғариф министры. Шуға ла йәш таланттарҙы ваҡытында асыҡлау, үҫтереү өсөн ресурс үҙәктәр барлыҡҡа киләсәген һәм төрлө конкурстар, олимпиадалар еңеүселәрен 60 мең, призерҙарын 30 меңгә тиклем аҡсалата премиялар менән дәртләндереү ҡараласағын билдәләне. Шундай уҡ сумма, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла тапшырыласаҡ.