Бөгөнгә күп йыллыҡ үләндәр сабыу менән бер рәттән, сенаж да хәстәрләнә. кооперативтар ҡышҡылыҡҡа һәр баш малға уртаса утыҙ центнер ризыҡ тупларға бурыслы. Ғәзинур Хәкимов әлшәй районында алдынғы механизаторҙарҙың береһе. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәтен ауыл хужалығына бағышлаған механизатор бесән мәлендә көндәрҙең генә түгел, ә эштең дә ҡыҙыу торорға тейешлеген яҡшы белә. Әлшәйҙәге “Красный Клин” йәмғиәте дүрт мең баштан ашыу мал аҫырай. Һауын-һыйырҙары менән бер рәттән башмаҡ-таналарҙы тәрбиәләү өсөн дә шарттар бар. Хужалыҡ быға тиклем бесән-һаламға артыҡ ҡытлыҡ кисергәне булмаған. Ғәҙәттә, етәкселек уңыштарҙың техниканың яҡшы булыуында, тип маҡтана. Әммә, районда төп көстөң ябай һөнәр эйәләре, тракторсылар, водителдәрҙә икәнлеген онотмайҙар. Әлшәй хужалыҡтары быйыл яҡынса ун ике мең тонна бесәнде кәбәндәргә өйөргә ниәтләй. Сенаж соҡорҙарын тултырыу өсөн дә утыҙ ике мең тонна аҙык кәрәк буласаҡ. Тик үлән сабыу, баҫыуҙарҙы химик таҙартыу, бөжәктәргә ҡаршы көрәште бергә алып барыу ғына ҡайһы ваҡыт эшсе ҡулдарҙың етмәүен һиҙҙерә. Уҙан ял көндәрендәге ямғырҙар эште бер аҙ тотҡарлаһа ла, борсолорға урын юҡ. Яуым-төшөм, киреһенсә, үләндәргә тығыҙайып үҫергә мөмкинлек биргән. Быйыл республика хужалыҡтары һәр шартлы баш малған кәм тигәндә лә утыҙар центнер аҙыҡ тупларға бурыслы. Республика хужалыҡтары әле бесән сабыу менән бер рәттән сенаж да һала башланы. Йәшел ураҡ кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ.
Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын дауам итә
Тулыраҡ: Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын дауам итә