Бөгөн Башҡортостан Парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостан Парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ағзалары кәңәшмәһенең көн тәртибенә бер нисә тиҫтә хоҡуҡи документ сығарылғайны. Был юлы социаль сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтарына бәйле закон проекттарының күбеһе беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡаралды.