Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғәҙәттән тыш хәл. Бөгөн бында көслө шартлау яңғыраны һәм янғын сыҡҡан. Был Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы уҙғарған күнекмәләр сценарийы. Янғын һүндереүселәр, полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ҡотҡарыусылар менән берлектә эш итеү ғәмәлдәрен атҡарҙы. Мәғлүмәттәр буйынса, бина эсендә йөҙгә яҡын кеше бар. Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар тәүҙә театр хеҙмәткәрҙәрен эвакуацияланы. Һуңынан янғын һүндереүселәр утты һүндереүгә кереште. Шартлау театрҙың кесе залында була. Янғын сыға һәм конструкциялар емерелеп төшә. Сценарий буйынса, үлем осраҡтары ла бар.Кешеләрҙе эвакуациялау өсөн махсус баҫҡыс та ҡулланылды. Ә янғында 6 кеше һәләк булған, 15-е зыян күргән. Театрҙың эсендә лабиринттар һәм ҡатмарлы баҫҡыстар бар. Шуға күрә, янғын һүндереүселәргә ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә.Барлығы ут һүндереүгә һәм ҡотҡарыу эштәренә 50 кеше йәлеп ителде. Ә күнекмәләрҙе өйрәнеү һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн республика янғын һүндереү частарынан 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр саҡырылды. Сара планға ярашлы үтте.Шос һәм Брикс илдәре саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы Өфөлә ошондай 30-ған күнекмә уҙғарҙы. Барлығы 6 объект һәм ҡунаҡтар йәшәйәсәк 18 ҡунаҡхана тикшерелде. Күнекмәләр киләһе аҙнала ла дауам итәсәк.
Өфөлә күнекмәләр үтте
Тулыраҡ: Өфөлә күнекмәләр үтте