Республикала үлемесле авариялар арта

Тулыраҡ: Республикала үлемесле авариялар арта

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы үлемесле авариялар артыуға борсолоу белдерҙе һәм водителдәрҙе ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Борай районында ВАЗ водителе билдәләнгән тиҙлекте арттырып юл ситенә осҡан. Автомобиль бер-нисә тапҡыр әйләнгән. Водитель урында уҡ һәләк булған. Үткән тәүлектә республика юлдарында 9 аварияла бер кеше һәләк булған, 12-һе йәрәхәтләнгән.