Бөгөндән Учалы районында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәш буйынса махсус әҙерлек режимы индерелә

Тулыраҡ: Бөгөндән Учалы районында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәш буйынса махсус әҙерлек режимы индерелә

Был ҡоротҡостарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Әле район хужалыҡтары үҙ көстәре менән 40 гектарҙан ашыу майҙанда эшкәртәкән. Тәү сиратта сиңерткәләрҙең ҡарышлауыҡ һалған ерҙәре эшкәртелә. Унда баҫыуҙар ғына түгел, урман һырттары, көтөүлектәр ҙә инә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Әбйәлил районында ҡара сиңерткәләргә бәйле Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Белгестәр билдәләүенсә, ҡоротҡостарҙың үрсеүенә көндәрҙең эҫе тороуы булышлыҡ иткән.