Рәсәйҙә граждандар оборонаһы буйынса күнекмәләре башланды

Тулыраҡ: Рәсәйҙә граждандар оборонаһы буйынса күнекмәләре башланды

Уға Башҡортостан да ҡушылды. Республикала ул 3 этапта үтәсәк һәм 3 тәүлек дауам итә. Сараның маҡсаты – ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғындар һәм гражданлыҡ оборонаһы саралары барышында етәкселек итеүҙе яйға һалыу, министрлыҡ-ведомстволар эшмәкәрлеген көйләү. Айлыҡ барышында барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеге тикшерелә. Күнекмәләр сценарийы буйынса, яғыулыҡ ташыу машинаһы һәм автобус бәрелешә, янғын сыға. Аварияла йәмәғәт транспортында булған барлыҡ пассажир һәм йөк машинаһы водителе — дөйөм алғанда 52 кеше һәләк була. Ваҡиға урынына бөтә хеҙмәттәр ҙә билдәләнгән ваҡытта килеп етә. Аварияла Ваз автомобиле лә ҡатнаша. Уның водителенең хәле билдәле түгел. Шуға ҡотҡарыусыларға машинаның ҡыйығын ҡырҡырға тура килә. Күнекмәләрҙә 78 берәмек техника һәм 318 кеше ҡатнаша. Уларҙың 195-е Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре. Ҡотҡарыусылар бындай күнекмәләр тәжрибәне камиллаштырырға ярҙам итә, ти. Гражданлыҡ оборонаһы күнекмәләре барышында барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеге тикшерелә һәм уларҙың үҙ-ара эшмәкәрлеге көйләнә. Мәҫәлән, инспекторҙар ваҡытында юлды япты, ҡотҡарыусылар, табиптар, янғын һүндереүселәр ҙә саралар күрҙе. Авария урынында оператив штаб булдырылды. Бында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы менән онлайн рәүештә бәйләнеш ойошторолдо. Белгестәр авария тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе. Бындай күнекмәләр иртәгә лә дауам итә. Сценарий буйынса, Өфө сәнәғәт предприятиеларының береһендә шартлау була. Унда ла барлыҡ хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшереләсәк.