«Көмөш» ирекмәнлек

Тулыраҡ: «Көмөш» ирекмәнлек

Өфөлә өлкән йәштәге ирекмәндәр форумы дауам итә. Унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов форумда сығыш яһап Башҡортостанда «көмөш» йәштәге ирекмәндәр өсөн махсус грант булдырырға тәҡдим итте. «Көмөш» ирекмәнлек мөһим йәмәғәт хәрәкәте, тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостан илдә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү күрһәткестәре буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. Республикала әле 200-гә яҡын ирекмәндәр берләшмәһе эшләй. 26 меңдән ашыу волонтер, шул иҫәптән 50 йәштән үткәндәрҙең күбеһе ирекмәнлек менән шөғөллөнә.