Башҡортостанда үткән бөтә Рәсәй мобиль хәбәрсе премияһын тапшырыу тантанаһынан һуң милли телдәрҙә эшләүсе редакциялар шундай ҡарарға килгән. Ә беҙҙең телерадиокомпания илдә тәүгеләрҙән башҡорт телендәге сығарылышты тамашасыға тәҡдим итте. Был кешеләр бер ваҡытта ла тиерлек ҡулдарынан камераны төшөрмәй. Мобиль репортерҙар тирә-яғында булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла, хәл ителмәгән проблемаларҙы ла видеоға төшөрә. Әле инде улар яңы ҡала менән таныша. Халыҡ хәбәрселәрҙе Өфөгә “Йылдың иң яҡшы мобиль репотреры” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһына йыйылды. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиянан һуң, журналистар оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға телеүҙәккә килде. Делегацияның бер төркөмө төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Осрашыу урыны йәнә конгресс-холл. Был бинала ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндә төрлө ил вәкилдәре менән бер рәттән, шулай уҡ Беларусь республикаһының президенты ла булғайны. Был юлы Беларусь журналистары, атап әйткәндә "Дуҫтар-Сябры" проекты етәкселәре. Шулай уҡ, Рөстәм Зәки улы ике республика араһындағы ауыл хужалығы, нефть һәм химия тармаҡтарында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылғанын билдәләп үтте. Артабан да яңынан-яңы килешеүҙәр төҙөлөп, төбәк-ара бәйләнеш нығынһын ине тигән теләк тә уртаҡ ине. Етди лә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙән тыш, ҡунаҡтар сәк-сәк менән башҡорт балынан да ауыҙ итте. Өҫтәүенә, Белоруссиянан килгән делегация Башҡортостанда белорустар күпләп йәшәгән ергә, атап әйткәндә, Иглин районының Балтика ауылына сәйәхәт ҡылды. Өс көн эсендә халыҡ хәбәрселәре тулыһынса тиерлек милли мөхиткә сумды. Хатта башҡорт яугирҙарын һынландырған “төньяҡ амурҙары” менән аралашты. Боронғо башҡорттарҙың көнкүреш-кәрәк яраҡтары экспозицияһы янында фотоға төшөргә теләүселәр ҙә күп ине. Илдең төрлө тарафтарынан һәм Беларусь республикаһынан килгән журналистар тәүге көндө башҡорт халҡының үҙенсәлеге менән танышты. Теләгән һәр кем милли кейемдәрҙе кейеп ҡарап, ашыу-һыуҙарҙы тәмләне.Тәмләп кенә түгел, милли татлы ризыҡ сәк-сәкте эшләүҙә үҙҙәре ҡатнашты. Милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡарарға теләүселәр ҙә байтаҡ ине. Оҫталыҡ дәрестәре, йәнле аралашыу, халыҡ хәбәрселәренең һәм журналистарҙың бер-береһе менән яҡындан танышыу — фестиваль ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле – иң-иңдәрҙе асыҡлау. Һауа торошо блогы, селфи, позитив, социаль проблема, репортаж, оператив кадр – еңеүселәр 8 номинация буйынса билдәләнде. Ә инде “иң яҡшы төбәк сығарылышы” тип “Башҡортостан” ДТРК-һының “Мобиль репортеры” танылды. Федераль каналда донъя күргән “Мобиль репортер” программаһының башҡорт телендәге версияһы сыға башлауы ла ил кимәлендәге премияның Өфөлә үтеүенә бер сәбәпсе булды. Киләһе премияла еңеүселәр рәтендә башҡорт телендәге “Онлайн хәбәрсе”не күрергә теләһәгеҙ, ҡулығыҙға камера алып, кәрәкле тип һанаған темаларға видеолар төшөрөп беҙгә ебәрә алаһығыҙ. Сөнки был программа халыҡтан сыҡҡан “халыҡ хәбәрселәре” менән эшләнә. Улар ярҙамында көнүҙәк проблемаларға иғтибар йүнәлтелә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә сиселә.
Рәсәйҙә милли телдәрҙә “Мобиль хәбәрсе” программаһы барлыҡҡа киләсәк
Тулыраҡ: Рәсәйҙә милли телдәрҙә “Мобиль хәбәрсе” программаһы барлыҡҡа киләсәк