Александр Христофоровтың мәңгелек тормошо

Тулыраҡ: Александр Христофоровтың мәңгелек тормошо

Башҡортостан экрандарына 18 октябрҙән сығасаҡ комедияның төп маҡсаты ғүмер оҙонайтыр дарман биреү. Кинокартинаның продюсеры һәм төп ролде башҡарыусы Алексей Гуськов бөгөн Өфөлә. Рәсәйҙең халыҡ артисы журналистар һәм үҙ талантын һөйөүселәр менән аралаша. Был фильм 12 йәштән өлкән һәр кем өсөн көҙгө моңланыуҙан арыныу сараһы булараҡ кәңәш ителә. Авторҙар ошо һүҙҙәрҙе афишаның тәүге юлына сығарған. Тормош мәғәнәһе һәм мөхәббәт хаҡы тураһында уйҙарға һалыр хикәйәт тарихи уйын-көлкө паркынан алып барыла. Тамашасы актерҙы “Турецкий гамбит” фильмы, “Граница. Таежный роман” сериалы аша белә. “Александр Христофоровтың мәңгелек тормошо”на Алексей Гуськов сценарий авторы булараҡ шәхсән кисерештәрен һалғанын йәшермәй. Яңы фильмдың геройын ерҙә минән нимә ҡалыр, тигән уйҙар борсой. 60 йәштә үҙ-үҙеңә был һорауҙы бирергә лә мөмкин, ти танылған артист. Тик билдәле ирония менән. Яңы фильмдағы шаярыу-көлкө бөгөнгө башҡа комедияларҙағы кеүек түгел. Геройҙар бында ҡатмарлы, күңелһеҙ, бәхетһеҙ һәм шул уҡ ваҡытта көләмәс хәлдәргә тарый. Комедияла бөгөнгө ысынбарлыҡ һүрәтләнһә лә, сюжет ваҡыт сиктәренә буйһонмай. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең йәше юҡ. Халыҡ артисы әле Өфөлә көнэлгәре премьера менән. Кеҫә телефоны сэлфи өсөн әҙер, өмөт менән һуғарылған кәйеф алған тамашасыны түҙемһеҙләнеп көткәнен белдерә. Алексей Гуськовтың Башҡортостан тамашасыһы менән тәүге аралашыуы беҙҙең телеканалдың иртәнге эфирынан башланды. Телевизор ҡараусылар яратҡан артисына бар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә ашыҡты. Бер-нисә минут элек кенә беҙҙең телекомпанияның медиа үҙәгендә Алексей Гуськовтың киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәр өсөн матбуғат конференцияһы тамамланып тора. Ижади эҙләнеүҙәрҙән алып шәхси тормошона тиклем. Киномакс-Уфа залында иһә яратҡан актер менән күҙгә-күҙ аралашып, автограф алырға, иҫтәлеккә фотоға төшөргә, махсус бүләктәр оторға мөмкин. Билеттар һатыла. Уларҙың һаны сикләнгән.