- Ҡырым күперенән ауыр йөк машиналары ла йөрөй башланы. Ярымутрауға тәүгеләрҙән булып төҙөлөш кәрәк-яраҡтары тейәгән рефрижераторҙар сыҡҡан. Тәүге 8 сәғәттә генә күперҙән 700 машина үткән.
- Ирандың ислам революцияһы һаҡсылары корпусы Сүриәнең көнсығышында “Ислам дәүләте” террорсылары базаларын утҡа тотто. Баллистик ракеталар террорсыларҙың 570 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан команда пунктын юҡ итте.
- Каталонияла бойондороҡһоҙлоҡ тураһындағы референдумдың бер йыллығы уңайынан ҡаршылыҡ акциялары үткән. Активистар поездар, төп трассаларҙа машиналар хәрәкәтен туҡтатҡан. Былтыр Испания етәкселеге һәм Европа берлеге Каталониялағы мөстәҡиллек тураһындағы референдумды законһыҙ тип тапҡайны.
- Индонезияла ер тетрәү сәбәпле барлыҡҡа килгән цунами эҙемтәләрен бөтөрөү һәм эҙләү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Һәләк булыусылар 1 мең 200-ҙән артҡан. Кәм тигәндә ике мең кеше йәшәгән ҡаласыҡ менән әле булһа бәйләнеш булдырылмаған. Индонезия халыҡ-ара йәмәғәтселектән ярҙам һораны. Айырым дәүләттәр Индонезияға финанс ярҙам күрһәтергә әҙерлектәре тураһында белдергән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре