Балыҡсы һәләк булған

Тулыраҡ: Балыҡсы һәләк булған

Өфө янындағы һыу ятҡылығында балыҡсының ни сәбәпле һәләк булыуын тәфтишселәр тикшерә башланы. Билдәле булыуынса, Башҡортостанға аҡса эшләргә килгән 38 йәшлек Ҡытай гражданы, Дим ҡасабаһында балыҡ ҡармаҡларға була. Ҡармаҡ ташлаған саҡта, уның ебе яңылыш электр линияһына эләгә һәм ирҙе ток һуға. Мәрхүмдең дуҫтарының һүҙҙәре буйынса, улар балыҡҡа ҡала ситенә йөрөгәндәр. Тик кисә ниңәлер тап ошо һыу ятҡылығына киләләр. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, балыҡсылар был урында йыш йыйыла. Быға тиклем аяныслы хәлдәр теркәлгәне булмаған.