Өфөнөң 159-сы һанлы мәктәбендә беренсе класс уҡыусыһы ауыр йәрәхәт алған. Уның атаһы класс етәксеһен һәм мәктәп директорының тиҙ арала беренсе ярҙам күрһәтмәүҙәрендә һәм шунда уҡ ата-әсәгә хәбәр итмәүҙәрендә ғәйепләй. Ни өсөн уҡыу учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре балалар һаулығына еңел ҡарай? Мәктәп директоры йәрәхәт алған малайға бәйле хәлде нисек аңлата? Ете йәшлек Алмазға хәҙер күп йөрөргә лә, артыҡ ҡыбырларға ла ярамай. Уның атаһы Артур Ғәбдрәҡипов һөйләүенсә, баланы мәктәптә тәнәфес ваҡытында дзюдо менән шөғөлләнгән классташы йәрәхәтләй. Артур Ғәбдрәҡипов һүҙҙәренсә, класс етәксеһе Алмаздың илауын күрһә лә, медицина пунктына алып бармайынса, киләһе дәрескә уҡырға индергән. Алмаздың хәле бөтөп, башы әйләнә башлағас ҡына, уны табипҡа күрһәткәндәр, тип зарлана зыян күреүсе. Баланың башы әйләнеп, ҡоҫоуын тәүҙә инфекцияға бәйләгәндәр. Әммә дауаханала Алмаздың баш мейеһенең һелкенеүе асыҡлана. Уны тиҙ арала уҡыуҙан бүлдереп, дауаларға һалалар. Уҡыусыларҙың уҡыу учреждениеларында йәрәхәт алыу осраҡтары бихисап. Мәҫәлән, былтыр апрель айында Бүздәк ауылы мәктәбендә 11 класс уҡыусыһы коридор буйлап һикереп яңылыш түбәгә бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс аҙнанан ашыу команан сыға алмай, үлә. Ә Алмазға иһә хәҙер бер-ике йыл самаһы неврологҡа күренеп йөрөргә тура киләсәк. Әйткәндәй, мәктәп директоры тәүҙә беҙҙең ижади төркөм менән һөйләшергә теләмәне. Шулай ҙа бер аҙҙан ул был ваҡиғаны үҙенсә аңлатырға тырышты. Артур Ғәбдрәҡипов белдереүенсә, уҡыу учреждениеһында быға оҡшаш хәл беренсегә ҡабатланмай. Мәктәп хеҙмәткәрҙәрен ул йәрәхәт алған балаға тиҙ арала ярҙам күрһәтмәүҙәрендә һәм уҡыусыларға еңел ҡарауҙарында ғәйепләй. Мәктәп һәм ата-әсә араһындағы был һорау әлегә асыҡ ҡала. Ә Ғәдрәҡиповтар ғаиләһе иһә мәсьәләне асыҡлау өсөн прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Башланып китте уҡыуҙар
Тулыраҡ: Башланып китте уҡыуҙар