Киләһе йылда Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә «Газель» микроавтобусы урынына 600 мең һум аҡса биреү ҡарала. Түләүгә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Тейешле закон проекты республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тапшырылды. Быға тиклем микроавтобус йәки тейешле түләү 10 һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелә ине. Һуңынан туғыҙ һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләргә лә ошондай социаль ярҙам күрһәтелә башланы. Хәҙер исемлек киңәйтелә — бер тапҡыр бирелә торған түләүгә һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләр дәғүә итә. Йыл һайын түләүҙәрҙең был төрөнә 24 миллион һум аҡса бүленәсәк. Республикала әле һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 47 ғаилә йәшәй. Башҡортостанда әле 45 мең ишле ғаилә иҫәпләнә. Уларҙан яҡынса 24 меңе төрлө социаль ярҙам менән файҙалана.
Күп балалы әсәләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә
Тулыраҡ: Күп балалы әсәләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә