Башҡортостан грипп киҙеүенә әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан грипп киҙеүенә әҙерләнә

Табиптар тиҙ арала прививка яһатып ҡалырға саҡыра. Республикала әле 635 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Башҡортостанда 1 миллион 600 мең кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға грипҡа ҡаршы прививка яһау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡтың юғары хәүеф янаған төркөмдәренә: хроник сирле балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәт йәшендәгеләргә, медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә прививкалар федераль ҡаҙна иҫәбенә эшләнә.