Һаҡ булығыҙ, ҡоторған төлкөләр

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, ҡоторған төлкөләр

Башҡортостанда төлкөләрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары йышайған. Благовар районының ике ауылында был „ҡупшы ҡойроҡтар„йортҡа инеп хужаларҙы тешләй яҙған. Осраҡтарҙың береһендә төлкөнө атҡандар. Республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыш ҡына уларҙа ҡотороу сире табыла. Төлкө йә башҡа йәнлектәрҙең ауылға килеүе тураһында урындағы инспекторға йә полицияға еткерергә кәрәк. Республикала йыл башынан һигеҙ ауылда ҡотороу сире асыҡланды. 25 кеше йәнлектәрҙән яраланып уларҙа тап ошо вирустар табылды.