Уҡыу әсәбәптарын кем алырға тейеш, мәктәпме әллә ата-әсәләрме? Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар өсөн махсус эш дәфтәрҙәре алыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә. Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә ике улын уҡытҡан Ирина Мөхәмәтова уҡыу йортоноң махсус дәфтәрҙәр өсөн ата-әсәләрҙән йыл һайын аҡса йыйыуына зарлана. Класс етәксеһе, әлбиттә, был юлдан сығыу юлын тапҡан. Тирә-яҡты өйрәнеү дәреслегенең ҡулланылған булһа ла дәфтәрен, ә математика фәне дәфтәренең күсермәһен эшләткән. Өс бала әсәһе махсус дәфтәрҙәр өсөн аҡса йыйыуҙы финанс ҡыйынлыҡтар йә булмаһа уртансы улының һаулыҡ яғы насарлығы менән бәйләмәй. Ул үҙенең аҙымын дөрөҫлөк эҙләү менән аңлатты. Мәктәп директоры әйтеүенсә, бер кем баланың ата-әсәләрен махсус дәфтәрҙәр алырға мәжбүр итмәй. Мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре аңлатыуынса, махсус дәфтәрҙәр китаптарҙың тик ҡушымтаһы ғына, уҡыусылар теләк буйынса эш дәфтәре буйынса шөғөлләнә. Закон буйынса, һәр кем үҙ теләге буйынса бағыусы ярҙамы күрһәтеү хоҡуғына эйә. Шуға ла һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып эш итә, тип белдерҙеләр мәғарифте күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығынан. Махсус дәфтәр-әсәбәптарҙы алыу-алмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай ҙа бер кем дә үҙ балаһының ала ҡарға булып йөрөүен теләмәй, шуға тәҡдим менән ризалаша.
Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра?
Тулыраҡ: Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра?