Башҡортостан фермерҙары Үзбәкстанда баҡса үҫтерәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан фермерҙары Үзбәкстанда баҡса үҫтерәсәк

Республика Хөкүмәте Сәмәрҡәнд өлкәһе менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләй. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, тип белдерҙе. Тәү сиратта сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырыла. Был йәһәттән килешеү проекты әҙер, ул быйыл Ташкентта үтәсәк Рәсәй-Үзбәкстан төбәк-ара форум барышында ҡабул ителер, тип көтөлә. Ошо көндәрҙә Сәмәрҡәнд өлкәһенең бизнес делегацияһы Башҡортостан менән бәйләнештәр төҙөү юлдары менән ҡыҙыҡһына. Импорт булараҡ улар иген, ит, һөт ризыҡтарын ҡараһа, Үзбәкстандан Башҡортостанға кизе-мамыҡ, электр тауарҙары, машина һәм йыһаздар тәҡдим итә. Өлкәләге ирекле иҡтисад биләмәләрендә иһә республика фермерҙары өсөн баҡсасылыҡ майҙандары әҙер. Инвесторҙар бөтә төр һалымдарҙан азат ителә.