“Рәсәй тимер юлдары” 2021 йылға тиклем Башҡортостанға 18 миллиард һум аҡса йәлеп итергә ниәтләй.
Был турала Куйбышев тимер юлы етәкселеге хәбәр итте. Киләһе өс-дүрт йылда транспорт селтәре, энергетика хужалығын үҫтереләсәк, күсмә состав яңыртыласаҡ. Былтыр ғына тимер юлы инфраструктураһын яңыртыуға Рәсәй тимер юлдары 1 миллиард 700 миллион һум аҡса йүнәлткәйне.