Ағиҙел ярын төҙөкләндереүгә тағы ла 741 миллион һум аҡса бүленде

Тулыраҡ: Ағиҙел ярын төҙөкләндереүгә тағы ла 741 миллион һум аҡса бүленде

Дәүләт һатып алыуҙары порталында өҫтәмә эштәргә заказ урынлаштырылған. 29 октябрҙә подрядсы ойошма һайлап алынасаҡ. Улар Өфөнөң көнъяғындағы яр буйының 3-сө сиратына үҙгәрештәр индерергә, гидротехник ҡоролмалар төҙөргә, биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәрен башҡарырға бурыслы. Ағиҙел яры – һуңғы йылдарҙағы иң күләмле инфраструктур проекттарҙың береһе, уның хаҡы 12 миллиард һумға баһалана.