- Халыҡ-ара суд Америкаға Ирандан айырым санкцияларҙы алырға ҡушты. Һүҙ гуманитар тауарҙар, граждандар авиацияһы өлкәһендәге сикләүҙәр тураһында бара. Суд ҡарарында әйтелеүенсә, Америка дуҫлыҡ, иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм консул хоҡуҡтары тураһында 1955 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙе боҙған.
- Рәсәй Фәндәр академияһының физиология институты ғалимдары Лос-Анджелестағы коллегалары менән берлектә фалиж һуғыусыларҙы реабилитациялауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан. Элек пациент хәрәкәт итә башлаһын өсөн ҡатмарлы операция эшләргә кәрәк ине. Хәҙер инде арҡаға махсус матрицаны ғына һалырға кәрәк. Ғалимдар әйтеүенсә, технология бик арзан һәм ышаныслы.
- Көньяҡ һәм Төнъяҡ Корея хәрбиҙәре ике ил араһындағы сик буйын миналарҙан таҙарта башланы. Был эштәр Сеул һәм Пхеньяндың көсөргәнешлекте кәметеү тураһындағы килешеүенә ярашлы башҡарыла.
- Әзербайжанда автобус һәм поезд бәрелешеү сәбәпле ике кеше һәләк булған.42-һе яраланған. Пассажир автобусы водителе ҙур тиҙлектә килгән поезды абайламай ҡала. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре