Инвалидтар һәм мөмкинлеге сикле кешеләр араһында һөнәрселек оҫталығы буйынса ярыштар илдә дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Бәйгенең эшлекле өлөшөндә белгестәр инклюзив белем биреү тураһында фекер алышһа, ғәмәли өлөшөндә һөнәри оҫталыҡ конкурстары үтте. Ярыштар һигеҙ урында 25 һөнәр төрө буйынса ойошторолдо. Урал аръяғы аграр сәнәғәт колледжының Әбйәлил ауыл филиалында мөмкинлеге сикле үҫмерҙәр төркөмө бары икенсе ай эшләй. Мастер Гөлшат Шакирйәнова һөнәри оҫталыҡ конкурсына ике ярышсыны алып килгән. Улар өсөн көйөп-хафаланып йәненә урын таба алмай. Балалар нескә күңелле, ҡаршылыҡтарға бирешеп баралар, ти. Ашнаҡсылар ҙа, кондитерҙар ҙа эксперт ҡарамағына билдәле бер ризыҡ төрөн тәҡдим итә.. Сеймал әҙерләү, бешереп алыу һәм биҙәү өсөн дүрт сәғәт ваҡыт бирелә. Конкурс талаптары буйынса уҡытыусыға ярышсы эргәһенә барыу тыйыла. Эш барышында ул бары ирекмән ярҙамына иҫәп тота ала. Эксперттар талапсан.Объектив һәм субьектив баһаларҙан тыш эксперттар матурлыҡ һәм ижади ҡарашты иҫәпкә ала. Бәйгесенең шәхсән стиле мөһим. Физик мөмкинлектәр буйынса ташламалар юҡ. Талаптар барыһы өсөн дә бер тигеҙ. Һөнәрселек конкурсында ҡатнашыусыларҙың оҫталығы йылдан-йыл камиллаша. Ашнаҡсы сәнғәте бер урында тормай. Яңы идеялар һөйөндөрә, ти Абилимпикс Башҡортостан конкурсының ашнаҡсы сәнғәте буйынса баш эксперты Ольга Илларионова. Өфө тармаҡ технологиялары колледжы Абилимпикс милли конкурстың һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларҙы быйылы икенсегә ҡаршы ала. Былтыр тап ошо һөнәрселек уҡыу йорто вәкиле Башҡортостанды рәсәй кимәлендә танытып маҡтаулы бишенсе урынды алып ҡайтҡан. Оҫталыҡ ярыштары мөмкинлеге сикле йәштәргә тормошта эш урынын табырға булышлыҡ итә, ти уҡытыусылар. Ярышсылар йылдан-йыл арта, быйыл уларҙың һаны былтырғы менән сағыштырғанда ике ярым тапҡырға күберәк. Был иһә конкурс талаптарының ҡәтғиләшеүенә килтереүе ихтимал. Әммә төп маҡсат үҙгәрмәй. Физик мөмкинлектәр кимәле һөнәри һәм ижади ынтылышҡа сик ҡуя алмай.
Башҡортостанда “Абилимпикс” конкурсының һайлап алыу этабы бара
Тулыраҡ: Башҡортостанда “Абилимпикс” конкурсының һайлап алыу этабы бара