Цифраны тоҡандыр

Тулыраҡ: Цифраны тоҡандыр

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС компанияһы менән берлектә үткәргән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы дауам итә. Иртәгә цифралы телевидениены Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында тоҡандырасаҡтар. Цифралы телевидение ярҙамында республика халҡы беҙҙең теле һәм радио тапшырыуҙарҙы юғары сифатта ҡарай һәм тыңлай ала. “Цифраны тоҡандыр” акцияһы тәүгеләрҙән булып Дыуан районы Мәсәғүт ауылында старт алғайны. Шулай уҡ Ҡырғыҙ-Миәкә, Стәрлетамаҡ, Баймаҡта был акция уҙғарылып, урындағы халыҡҡа мультиплекс ҡоролмаларының эшләү тәртибе күрһәтелде, ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды һәм концерт программалары ойошторолдо. Ә иртәгә иһә “Цифраны тоҡандыр” акцияһы Тәтешле районында йомғаҡ яһасаҡ. Ғәҙәттәгесә, килгән ҡунаҡтар өсөн төп приз-телевизор уйнатыласаҡ. Әле был районда 7 вышка эшләй һәм урындағы халыҡтың 99 проценты цифралы телевидение менән тәьмин ителгән.