Атылған аттар

Тулыраҡ: Атылған аттар

Нуриман районында билдәһеҙ кешеләр халыҡтың бер өйөр атын атҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Рифҡәт Хәлилов бер көндә 7 баш йылҡы малын юғалта. Билдәһеҙҙәр 200 баш аттан торған өйөрҙөң, етәүҙен атып киткәндәр. Әлегә тағын нисә баш юғалған икәнен белеп тә булмай, ти фермер. Сөнки атыу тауышынан мал өркөп төрлө яҡҡа ҡасҡан. Әгәр ҙә яралған булһа, тимәк ул ауылға кире ҡайта алмаясаҡ. Аттарҙы эҙләүҙә ауыл халҡы ярҙам итә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был хәл 2016 йылда башлана. Тик аттарҙы кем атҡаны быйыл ғына асыҡлана. Бөгөнгә 8 атты атып үлтергәндәр. Тағы ла яраланған 20 баш йылҡы малын таба алмайҙар. Ә күпме һарыҡтар атылған, уның иҫәбе һаны ла юҡ. Асыҡланыуынса, бында крәҫтиән фермер хужалығы ғына зыян күрмәгән. Ябай ауыл халҡы малын да атҡандар. Енәйәтселәрҙе әле тапмағандар. Был хәл буйынса эске эштәр министрлығы енәйәт эше асҡан. Таш урынынан ҡуҙғалмағас зыян күреүселәр, эште үҙ ҡулдарына алырға була. Ауыл халҡы йылҡы малын үлтереүҙә шикләнеүсенең йортона бара. Тик эшҡыуарҙы өйөндә лә, эш урынында ла тотоп булманы. Ауыл халҡы билдәләүенсә, иң мөһиме ул аттарҙы шаһиттарһыҙ үлтерә. Ә ауыл ере өсөн ат – ҙур юғалтыу. Аптырағандан, зыян күреүселәр, район хакимиәтенә мөрөжәғәт итә. Нуриман районы хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, был хәл менән улар таныш. Һәм полиция хеҙмәткәрҙәре махсус тикшереүҙәр алып бара, тип белдерә. Шулай ҙа көн дауамында ауыл халҡы ғәйепләнеүсегә шылтырата алды. Тик осрашыуға ул килмәне. Ҡалған шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәне. Ауыл халҡы иһә, ҡасанда булһа ла ғәҙеллек еңеп сығыр тип ышана.