Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм иң яҡшы уҡытыусы конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Йыл һайын бирелә торған 200 меңлек аҡсалата премияға Башҡортостандан быйыл 33 педагог лайыҡ булды. 13 уҡытыусыға республиканың юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Ниндәй генә бейеклектәргә үрләгән, юғары дәрәжәгә өлгәшкән, бөйөккә әйләнгән шәхес тә уҡытыусы аша кеше булған. Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова алдынғы педагогтарҙы тәбрикләп, үҙе белем алған дүрт мәктәптең өсөһөнән бүләкләнеүсе барлығына иғтибарын йүнәлтте. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһенә тәү сиратта уның уңышлы уҡыусылары дәлил. Уҡытыусының бөтә һөнәр кешеләренә иң беренсе хәреф танырға өйрәтеүсе икәне һәр кемгә мәғлүм. 22 йыл буйына республиканың 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барған Вәсилә Байкова иһә ошо маҡсатта Брайль шрифтын да өйрәнгән. Мөмкинлеге сикле балалар менән эшләү үҙе ҡатмарлы, үҙе мауыҡтырғыс, ти. Әле БДУ-ның хоҡуҡ институты студенты, был фән буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урындарҙы яулаған Илмир Исмәғилев менән дә, башҡа уҡыусылары менән дә ғорурлана Вәсилә Шәйхәли ҡыҙы. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, ә уҡытыусы һәр саҡ иң юғары баҫҡыста булырға бурыслы. Бөгөн мәктәптә иң мөһиме информатика, ти башҡаланың 83-сө лицейы уҡытыусыһы Александр Гильдин. Уның уҡыусылары Иван Веселов информатика буйынса Азия һәм Океания олимпиадаһында еңеүсе, Константин Герман студент олимпиадаһында өсөнсө урынды яулаған. Информатика менән дуҫ булһаң донъяның һәр илендә эш табырға мөмкин, ти Александр Григорьевич. Белемле, алсаҡ һәм уҡыусыларға ғилем тапшырыусы. Уҡытыусы һыҙаттары бихисап. Һөнәри өлкәлә уңыш ҡаҙаныр өсөн шул һыҙаттарға эйә генә түгел, эшеңде яратырға кәрәк. Ишембайҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге икенсе башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рифат Әйүпов фекеренсә, һөнәри ҡаҙаныштың йәнә бер яғы бар. Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртер ынтылышың булһа, был һөнәр һинең өсөн, тиҙәр уҡытыусы тураһында. Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән 70 мең кешенең 1750-һе Рәсәй хөкүмәтенең иң яҡшы уҡытыусыларға 2006 йылдан башлап тапшырылып килгән аҡсалата премияһына лайыҡ. Улар әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эшендә ҡатнаша, ғилми эш менән шөғөлләнә. Һәм илдең ысын граждандарын тәрбиләләй.
Белем нурын сәсеүселәр
Тулыраҡ: Белем нурын сәсеүселәр